Башҡортостанда һирәк осраған дарыу үләндәре производство шарттарында үҫтерелеүе ихтимал

Әле белгестәр ҡиммәтле биологик актив матдәләр етештереүсе үҫемлектәрҙең төклө тамырҙарын үҫтереү менән шөғөлләнә. Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияһында ҡулланылған биотехнологик ысул менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.

Лабораторияла дөйәбаш үләненең төклө тамырҙарын индукциялау буйынса эш бара. Уникаль дарыу үҫемлеге Башҡортостандың таулы райондарында осрай, әммә уның тәбиғи ресурстары сикләнгән, һәм ҙур күләмдә материал йыйыу тәбиғи популяцияларға зыян килтереүе ихтимал. Шуға ла белгестәр лаборатор шарттарҙа ҡиммәтле биологик актив матдәләр етештереүсе үҫемлектең төклө тамырҙарын үҫтереү менән шөғөллөнә.

Дарыу үҫемлегенең тамыры ҡиммәтле фитоэкдистероидтарҙы үҙенә туплаған. Был экстракттар дарыуханаларҙа һәм онлайн да бар, әммә уларҙы етештереү өсөн тәбиғи сеймал кәрәк. Белгестәр тәбиғәт ресурстарына йөкләмәне кәметеү өсөн биотехнологик ысул ҡулланырға тәҡдим итә, сөнки тап уларҙың тамырында ҡиммәтле метаболиттар барлыҡҡа килә.

ӨФөләге лаборатоияла ҡиммәтле билдәләр менән үҫемлектәрҙең яңы формаларын һәм сорттарын тиҙ булдырырға мөмкинлек бирә. Традицион селекция ярҙамында бындай һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкин түгел. Бөгөн бындай лабораториялар Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында ғына урынлашҡан.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ