Унда Өфө, Мәскәү һәм Италия артистары ҡатнашты. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының йәш солисы, «Тауыштар» вокал төркөмө ағзаһы Рим Рәхимов тамашасыларҙы «Азамат» башҡорт халыҡ йыры менән таң ҡалдырҙы. Ул шулай уҡ итальян телендә «Parla mi d'amore» билдәле хитын да башҡарҙы.
Шулай уҡ Саҡмағош районында тыуып үҫкән шағирә Әлиә Солтандың сығышы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Рус йортонда режиссер, документалист һәм фотограф Гөлназ Макиеваның фотокүргәҙмәһе ҡуйылды. Яҡташыбыҙ үҙенең фотоһүрәттәрендә Рафаэль, Микеланджело кеүек итальян рәссамдарының донъя шедеврҙарына әйләнгән әҫәрҙәрен әгәр ҙә улар Башҡортостанда ижад итһә тигән күҙлектән тәҡдим иттте. Кисәлә ушулай авторҙың ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүкәле биҙәүестәренә арналған «Сулпылар» фильмы күрһәтелде.



