Өфөнөң Орджоникидзе районындағы учреждениела әҙерлек эштәре 95 процентҡа теүәлләгән. Күптән түгел республика башлығы тапшырған өс берәмек техникала ҡышҡа әҙер. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Күптән түгел техника паркын тулыландырған агрегат ҡышҡы осорҙо көтә. Предприятиела уның ҡеүәтен алып ҡайтҡан көндө үк һынап ҡарағандар. Заманса яңы техниканың мөмкинлектәрен белгестәр юғары баһалай.
Орджоникидзе районын төҙөкләндереү буйынса хеҙмәттең муниципаль учреждениеһы ҡышҡа әҙер. Техника паркы 95 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Һуңғы аҙнала ғына идаралыҡ тағы ла өс ҡеүәтле техника алыуға ирешкән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика көнө алдынан Башҡортостан төбәктәренә 61 берәмек коммуналь техника тапшырылды. Улар торлаҡ-коммуналь хужалыҡта кәрәкле техниканың бөтә арсеналы, атап әйткәндә, 34 МАЗ, 12 тейәгес, 15 МТЗ тракторы. Шулай уҡ 9 яңы троллейбус та бар.
Быйыл лизинг килешеүҙәре буйынса 208 берәмек техника һатып алыу ҡарала. Республика бюджетынан ошо маҡсатта 155 миллион һум аҡса бүленгән. Орджоникидзе районындағы идаралыҡ ҡышҡы осорға тиклем шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен дә ыңғай хәл итергә ниәтләй. Бөгөн ойошмаға механизатор, водитель һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре талап ителә. Берҙәм көс менән ҡала урамдарын тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоу өсөн.
Азат Ғәлиуллин



