Башҡортостан полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы тотош фронтта иң яҡшы йыһазландырылған, барлыҡ табиптары булған хәрби подразделение. Әле яҡташтарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының Рубежное ҡалаһында тора. Табиптар үҙҙәре лә ут аҫтына инеп яралыларҙы ҡотҡарыу осраҡтары ла бар. Медицина ротаһы эшмәкәрлеге тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Яу яланында булһынмы, блиндаждарҙамы ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт гүзәл зат булып ҡалырға тейеш. Бигерәк тә шәфҡәт туташтары. Яралыларҙың кәйефен күтәреү дауалау эшендә төп алымдарҙың береһе. Юҡҡа ғына матурлыҡ донъяны ҡотҡара тимәгәндәр , ти «колибри» ҡушаматлы яугир.
Медицина ротаһында ҡатын ҡыҙҙар байтаҡ. Ә гүзәл заттар булған ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек һәм тәртип. Шәфҡәт туташтары яу яланында ла емерек йорттың подвалын таҙартып алып дауахана эшләгән. Сирлеләр өсөн палаталар, тәүге ярҙам күрһәтеү, аш-һыу бүлмәһе лә бар.
Ә инде медикаменттар менән тотош Башҡортостан халҡы, хатта башҡа төбәктәр ҙә ярҙам итә. Шуға күрә дарыуҙар менән ҡатмарлыҡтар юҡ, ти табиптар.
Башҡортостан полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеү һәм сирлеләрҙе дауалауға махсуслашҡан. Шуға күрә табиптар үҙҙәре лә һәр ваҡыт хәүеф аҫтында эшләй. Йыш ҡына снарядтар аҫтында ла йөрөргә тура килә, ти улар.
Башҡортостан полкының медицина ротаһы тулыһынса үҙаллы подразделение. Табиптарҙың үҙ һаҡсылары, водителдәре, ашнаҡсылары бар. Был шарттар башҡа мәшәҡәттәргә иҡтибар итмәй яралыларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу менән генә шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Тап шуға ла беҙҙең ҡулдарҙа бер генә һалдаттың да ғүмере өҙөлмәне, ти улар.
Айнур Кәбиров






