11-нән 15-се октябргә тиклем онлайн форматта башҡорт телен белеү кимәлен һынап ҡарарға була

Башҡорт телен белеү кимәлен һынап ҡарарға теләүселәр 11-нән 15-се октябргә тиклем унда онлайн форматта ҡатнаша ала. Проект Башҡортостан Республикаһында граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы онлайн тест форматында һорауҙар әҙерләнгән. Башланғыс кимәл башҡорт телен яңы өйрәнә башлаусылар өсөн, ирекле кимәл башҡорт телендә ирекле аралашыусыларға. Башҡорт теле диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусыларға иһә диалект темаһына һорауҙар.

Башҡорт теленән олимпиада 11 октябрҙә иртәнге сәғәт һигеҙҙән башланды һәм 15 октябрь төнгө 12-лә тамамлана.

Башҡорт теле буйынса олимпиадала 30 тест һорауҙарына яуаптарҙы 45 минут эсендә яҙып биреп йыйылған балдар буйынса сертификат алыусылар ҙа бар.Олимпиада тамамланғас, сайтта белемде үҙаллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыласаҡ. Әгәр һеҙҙә теркәү, тест үтеүҙең техник сәбәптәре йәки сертификат алыу менән ауырлыҡтар тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телефонына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 7(3472) 46-58-24.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ