Ишле ғаиләләрҙең балаларына колледжда түләүле уҡыуҙың ярты хаҡы дәүләттән компенсациялана. Был туралағы Указға республика етәксеһе июндә ҡул ҡуйҙы. Тәүге түләү киләһе йылдың йәйендә башлана. Компенсация алыу өсөн йәшәү урыны буйынса халыҡҡа социаль ярҙам үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күп балалы ғаиләләрҙән бының өсөн белешмәләр талап ителмәй.






