Өфөлә иң оҫта йәш кинематографистар билдәләнде

«Өс таған» республика балалар һәм үҫмерҙәр кинофестивале финалы «Йәшлек хаус» йәштәр йортонда уҙҙы. Ижади сара сиктәрендә республика район-ҡалаларынан 30-ға яҡын үҫмер ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөргән. Быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған фестиваль Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған. Шуға күрә үҫмерҙәрҙең ижад емештәре лә башлыса мәктәп тормошо, уҡыусыларҙы борсоған мәсьәләләрҙе сағылдыра. Кинорежиссер Булат Йосопов етәкселегендәге баһалама комиссияһы финалға эштәрҙең тик яртыһын ғына һайлап алған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ