Өфө аэропортында самбо буйынса донъя беренселеге еңеүсеһе Әлиә Мөхәмәтйәнованы ҡаршыланылар

Сәскәләр, шарҙар һәм күтәренке кәйеф. Өфө аэропортында самбо буйынса донъя беренселеге еңеүсеһе Әлиә Мөхәмәтйәнованы ҡаршыланылар.

Ҡырғыҙстанда үткән ярышта 37 ауырлыҡ категорияһында донъяның 28 иленән спортсылар ҡатнашҡан. Финалға сығыу өсөн алышта Әлиә Мөхәмәтйәнова Франция һәм Ҡырғыҙстан спортсыларын артта ҡалдырһа, хәл иткес уйында Ҡаҙағстан спортсыһын еңеп сыҡҡан. Әлиә 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған һәм өс осрашыуҙың барыһын да ваҡытынан алда тамамлаған. Спортсының иңендә шулай фуҡ 2021 йылда Европа беренселегендә яуланған еңеү. Наградалар коллекцияһы тулыланып тора. Тиҙҙән Әлиә киләһе уйындарға әҙерлек башлай.

Был еңеүҙең әһәмиәтен мин тәүҙә аңлап та етмәнем. Әле Өфөгә ҡайтып төшкәс кенә донъя чемпионы булыу ни тиклем яуаплы икәнен аңланым. Был еңеүгә мин оҙаҡ әҙерләндем. Күп күнекмәләр үттем.

Әлиә Мөхәмәтйәнова, Самбо буйынса Донъя беренселеге еңеүсеһе

Конкуренция көслө әлбиттә. Донъяның төрлө мөйөштәренән көслө спортсылар килде. Еңеүгә күп көс һалырға тура килде, Рәсй йыйылма командаһы составында ла әҙерлек үттек.

Станислав Орлов, Әлиә Мөхәмәтйәнованың тренеры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ