Республика Хөкүмәтендә һаулыҡ һаҡлау тармағында кадрҙар мәсьәләһе ҡаралды. “Ауыл табибы” программаһы буйынса бюджеттан 144,5 миллион һум күсерелгән. Бынан тыш, “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы, 33 белгескә 16,5 миллион һум түләнгән. Быйылдан республикала ауыл йәки бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан участка табиптарына 3 миллион һум бирелә. Бының өсөн бюджетта 50 миллион һум һалынған.







