Был турала Республика хөкүмәте ултырышында белдерелде. Дәүләт ярҙамы күп балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған. Түләүле нигеҙҙә урта һөнәри белем алған өсөн компенсация бирелә. Ул хаҡтың 50 процентын ҡаплай. Аҡса уҡыу йылы аҙағында күсерелә. Тәүге түләүҙәр киләһе йылдың йәйендә була.







