Республика Хөкүмәте ултырышында ошондай бурыс ҡуйылды. Быйыл район-ҡалаларҙа юл һалыу һәм төҙөкләндереү өсөн 16 миллиард һум аҡса бүленде. Әле 5 район һәм ҡалала ремонт тамамланып килә. 2023 йылда планға ярашлы, 1 километр оҙонлоҡтағы юл тәртипкә килтерелергә тейеш.






