Эшҡыуар, ҡоштарҙы ашатыу өсөн вендинг аппараттары селтәре хужаһы баҡса фаунаһын байытырға ҡарар иткән. Йүнсел Алтайҙан 10 тейен һатып алып, Аксаков паркына ебәргән. Был төр йәнлектәр ҡалын тиреһе менән айырылып тора һәм беҙҙең төбәк климатына тиҙ яраҡлаша. Урман кимереүселәре өсөн ағастарҙа махсус тағараҡтар элгән.
Төҙөкләндереү барышында Пушкин урамы яғынан 1956 йылғы колонналар менән арка ла тергеҙелгән. Реконструкциянан һуң ул тарихи ҡиммәтен һәм тышҡы йөҙөн юғалтмаған, заман талаптарына ярашлы үҙгәртелгән. Яҡтыртыу , фонарь уттары әҙип йәшәгән осор стилендә эшләнгән. Шуныһы мөһим, тарихи үҙәктәге баҡсаны яңыртыуға өфөлөләр үҙҙәре тауыш биргән.






