Сарала студенттар, ғалимдар, тарих белгестәре, эҙәрмәндәр отрядтары, ирекмәндәр ҡатнашты. Тарихи датаның 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан Бөйөк ватан һуғышы геройҙарына һәм бөгөнгө яугирҙарға бағышланған фотокүргәҙмә ойошторолдо. Бынан тыш Донбасс вәкилдәре Республика хәрби дан музейына һуғыш йылдары һалдаттарының әйберҙәрен бүләк итте.






