Дим биҫтәһендә «Атайҙар аллеяһына» нигеҙ һалынды

Иртәгә - Бөтә Рәсәй Атайҙар көнө. Ул ил президенты бойороғона ярашлы, 2021 йылдан билдәләнә. Календарҙағы махсус датаға бәйле, республикала төрлө саралар ойошторола. Күптән түгел Өфөлә «Атай даны» йәмәғәт наградаһы тапшырылһа, бөгөн ҡаланың Дим биҫтәһендә «Атайҙар аллеяһына» нигеҙ һалынды. Республикалағы өлгөлө ғаилә башлыҡтары тураһында киләһе яҙмала.

Хәйбулла районының комплекслы газ хеҙмәтенең тәжрибәле һәм ышаныслы белгестәренең береһе Рәшит Сәйфуллин үҙ һөнәренең бар тәртибен белә. Эшендә фиҙаҡәр хеҙмәткәр, өйҙә хәстәрлекле атай ул.

Ә Кушнаренкола йәшәүсе заманыбыҙҙың ысын геройы. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы юғары дәүләт наградалары менән баһаланған. Медицина колледжында алған белеме замандашыбыҙға хәрби биләмәлә лә ярҙам иткән.

Булдыҡлы ғаилә башлығы, изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, таянырлыҡ туған һәм дуҫ булыу күптәрҙе һоҡландыра. Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһе тап шундай замандаштарыбыҙҙы бергә йыйҙы. Улар ағас ултыртыуҙа ҡатнашып, ҡаланы йәшенләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Сараға тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә күп ине.

Ул үҫтереү, йорт һалыу менән бергә ағас ултырҙы ла сарала ҡатнашыусы атайҙар үҙ миҫалында иҫбатланы. Берҙәм эш менән 20 ағас үҫентеһе ултыртылып, йәнә бер аллеяға нигеҙ һалынды. Уны сараны ойоштороусылар ғаилә башлығын ҙурлап «Атайҙар аллеяһы» тип атаны.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ