Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, уҡыу йылы тамамланғас, дәүләт ярҙамын алыу хоҡуғы менән ике мең ярым самаһы бала файҙалана аласаҡ. Өфөлә йәшәүсе Виктория Лирен яңғыҙы өс бала тәрбиәләй. Өлкән улы Олег радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының икенсе курсында белем ала.
Быйылғы уҡыу йылы өсөн улар 60 мең һумдан ашыу аҡса түләгән. Әммә ишле ғаилә уҡыу йылы аҙағында сығымдарҙың яртыһын ҡайтара аласаҡ. Бының өсөн быйыл июндә республикала күп балалы ғаиләләргә колледждарҙа белем алыу хаҡын компенсациялау формаһында өҫтәмә ярҙам тураһындағы закон ҡабул ителде.
Компенсация күләме уҡыу йылы өсөн уҡыу хаҡынан 50 процент тәшкил итәсәк, әммә 30 мең һумдан да артмаясаҡ. Тәүге түләүҙәр киләһе йылдың йәйендә башлана. Компенсация биреү тураһында ғаризаны йәшәгән урын буйынса халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларына тапшырырға кәрәк.






