Стәрлетамаҡ юлдары сифатлымы? Һорауға яуапты ҡалала Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының Йәмәғәт советы вәкилдәре эҙләне. Ҡаланың бер нисә майҙанында быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы» юлдар милли проекты сиктәрендә яңы асфальт һалынған.
Йәмәғәт советы бурысы - яңы юлдарҙың тәртипкә ярашлы файҙаланыуға тапшырылыуын тикшереү. Быға тиклем лаборатория шарттарында асфальт ҡатламы сифатлы тип табылған, юл файҙаланыуға тапшырылған. Шулай ҙа белгестәр бер нисә етешһеҙлек тапты. Урындағы хакимиәт уларҙы ҡыҫҡа ваҡытта бөтөрөргә бурыслы.
Милли проект сиктәрендә быйыл Стәрлетамаҡта Автовокзал ҡулсаһынан Волочаевская урамына тиклем бер саҡрымдан ашыу юл участкаһы төҙөкләндерелгән. Гарантия 8 йылға иҫәпләнгән. Ғөмүмән, республика юлдарын төҙөү, ремонтлау һәм уларҙы тәртиптә тотоуға 16 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Эште 15 ноябргә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.






