Ауыл халҡы зыяратты кәртәләргә теләй. Бөгөн урында йәшәүселәр һәм унан ситтә йәшәүселәр йыйылыш үткәрҙе. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.
Шәмбе иртәһендә ғәҙәти булмаған йәнлелек. Ауылда йәшәүселәр һәм унан ситкә сығып китеүселәр иҫке мәктәп алдына йыйылды. Йыйылышта ауылда хәл итәһе проблемалар, мәсьәләләр ҡаралды. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһында ҡатнашыу идеяһы хупланды. Бер тауыштан тиерлек урындағы зыяратты кәртәләргә кәрәклеге билдәләнде.
Ҡолошта 160 кеше йәшәй. Башлыса өлкәндәр. Балалар Ҡабаҡ ауылына йөрөп уҡый. Ата-әсәләр урамды яҡтыртыуҙы һораны. Оҙаҡ йылдар бикле торған мәктәпкә лә йән ингәндәй булды. Уның элекке уҡыусылары гармун уйнап йәшлек йырҙарын башҡарҙы.
Халыҡ быйыл күмәк көс менән әрүахтар йортон тәртипкә килтергән.
Ауыл уртаһында урынлашҡан зыяратты кәртәләү өсөн аҡса ла йыйыла башлаған. Проект буйынса сумманың 10 процентын ауылда йәшәүселәр үҙҙәре түләй, ҡалғаны бағыусылар, муниципалитет һәм республика ҡаҙнаһынан.
Һәр кем тыуған ауылын матурлауға үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ауыл осонда үҙ көсө менән булдырған быуаны Рәмил Атанғолов ретро стилдә биҙәгән. Асыҡ һауалағы музей эшләй. Тарихи әйберҙәр йыйыу уҙамандың яратҡан шөғөлө. Әйтергә кәрәк, ул ауылда нисә йылдар инде «Уйна гармун» байрамдарын да ойоштороп килә.
Ауыл халҡы киләһе йыл йорттарыбыҙ зәңгәр яғыулыҡҡа тоташа тип ҡыуана. Быйыл газ урамдарға тиклем һуҙылған да инде.
Рәмилә Исмәғилева






