Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге социологик тикшеренеү үткәргән. Унда сәйәсмәндәргә ышаныс рейтингы баһаланған. Респонденттарҙың 78 проценты дәүләт башлығы эшмәкәрлеген хуплай. Был күрһәткес уҙған фекер алышыуға ҡарағанда бер аҙ артҡан. Премьер-министр Михаил Мишустинға халыҡтың 61 проценты ышаныс белдергән. Һәр икенсе респондент Хөкүмәт эшмәкәрлеген ыңғай баһалай.







