Башҡортостан туристары Ҡара диңгеҙ буйынан биш көнлөк ялдан ҡайтты

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты буйынса асылған йүнәлештә хаҡлы ялдағыларҙың 46 кешенән торған тәүге төркөмөн БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡаршы алды.

Сочи-Өфө рейсы самолеты ултырыуға һанаулы ғына минуттар ҡалып бара. «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә Ҡара диңгеҙ буйында ял итеп ҡайтыусы өлкән йәштәге туристарҙы яҡындары, балалары түҙемһеҙләнеп көтә. Ғәлиә Сирғәлина әсәһен ҡосаҡ тулы сәскә гөлләмәһе менән ҡаршылай.

Фәнзәл Әнғәм улы биш көнлөк ялдан хәләле Рузалиә ханымды түҙемһеҙләнеп көтә. Киләһе юлы үҙе лә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашырға ниәтләй.

Пассажирҙар багаждарын йыйғандан һуң сығыу зонаһына үтте. Ҡара-диңгеҙгә сәйәхәт ҡылыусыларҙың һәр береһенең йөҙөндә йылмайыу. Һәр кем тиҙерәк яҡындарын ҡосаҡлап алып, ыңғай тәьҫораттарын уртаҡлашырға ашыҡына.

Ял мәлендә Абхазиялағы өлкән йәштәгеләр төркөмө менән Башҡортостан туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы вәкилдәре даими бәйләнештә торған.Дүшәмбе туристарҙы Башҡортостандың туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары Илнур Таҡтаев ҡаршыланы.

Быйыл «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты географияһын киңәйтте. Белорусияға сәйәхәттән һуң, туристарға ҡояшлы Абхазияға юл асылды. Тәүге төркөмдә 46 кеше биш көнлөк ялдан ҡайтты. Өлкән быуын вәкилдәре был төбәктәге ялдан бик ҡәнәғәт.Беҙ артабан да был йүнәлештә туристар ағымын арттырырға иҫәп тотабыҙ.

Илнур Таҡтаев, Башҡортостандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары

Балтас районынан Рузалиә Зиннәтуллина «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» туризм программаһы буйынса киләһе сәфәргә уның тормош иптәше барасаҡ. Хаҡлы ялдағы ханымды ла Ҡара диңгеҙ буйындағы ял онотолмаҫлыҡ ыңғай тәьҫораттар менән байытҡан.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Абхазия -»Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» туризм проекты 11 октябрь республика көнөндә старт алды. Совет осоронда халыҡтың Ҡара диңгеҙ буйында яратҡан ял урыны хәҙер хыял түгел, ә ысынбарлыҡҡа әүерелде.

Башҡортостандың оло йәштәге 46 турисы Абхазияның иҫтәлекле урындарында булып, ялын күңелле һәм файҙалы үткәреп, ыңғай тәьҫораттар алып ҡайтты. Республиканың туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы киләһе йылдарға сәйәхәттәр планын тап ошо тәьҫорттарҙы иҫәпкә алып төҙөйәсәк.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ