Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары артҡан

Социаль программаларҙың үтәлеше бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә тикшерелде. Кәңәшмәлә шулай уҡ торлаҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге, ураҡ компанияһының йомғаҡтары ҡаралды. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Бөтәһе 37 ярҙам сараһы, улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен төрлө яҡлап ҡурсалауға ҡоролған. Мәҫәлән, 867 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары курорт-шифаханаларҙа ял иткән, 258 кеше йорттарына газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат алған. Алғы һыҙыҡтағыларҙың балалары хаҡында ла хәстәрлек ҙур. Мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә, балалар баҡсаларына бушлай йөрөү ойошторолған. Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки федераль кимәлдәге ордендар менән бүләкләнгән яугирҙарға бушлай ер бүленә, киләсәктә ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу күҙаллана. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә әүҙем эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан башлығы үҙе лә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештә.

Ер хужалары өсөн дә уңыш теүәлләй торған мәл. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан ураҡ компанияһы өҙөклөкһөҙ барған. Әле хужалыҡтар 97 процент майҙанда уңышты йыйған, бураларға 3 миллион тоннанан ашыу уңыш һалынған. Был төбәк ихтыяжын тулыһынса ҡаплай, хатта артығы менән.

Баш ҡала иһә ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең техника паркы яңы транспорт саралары менән тулыланған. Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ, Өфөлә яңы ҡар иретеү пункты асылған, һуңғы 14 йыл эсендә тәүге тапҡыр. Ошоға тиклем ҡалала бер генә пункт эшләгән.

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Өфө халҡы урамдар торошона ныҡ талапсан. Юлдарҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыу мотлаҡ, тине Радий Хәбиров. Төбәк башлығы ҡотҡарыу хеҙмәттәренә һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында ла кешеләрҙе иҫкәртеп торорға ҡушты.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ