Файҙаланыуға тапшырылған 50 автобус та ҙур класлы. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы баш ҡалала йәмәғәт транспорты етмәүе мәсьәләһен танып, уны хәл итеү сараларын күрә. Бөгөн яуаплы вәкилдәр баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә иртәнге сәғәт 7-лә, машиналар күп йөрөгән, тығындар буйлап үҙҙәре уҙҙы.
Пассажирҙар автобусҡа һыймай, туҡталышта ҡалған видеояҙмалар Интернет-селтәрендә тиҙ таралды. Проблема Өфө эргәһендәге ауылдарға ғына түгел, ҡала эсенә лә хас. Инорс биҫтәһенә башлыса 226-сы маршрут автобустары йөрөй. Транспорт етмәгәнлектән, УМПО хеҙмәткәрҙәре эшкә һуңлаған осраҡтар йыш булған. Хәҙер проблема артта ҡалды.
Хәҙер пассажирҙарға автобусты элеккесә 15-шәр минут көтөп тораһы түгел . 226-сы маршрут туҡталыштарға 2-3 минут һайын килә. Маршрут Инорс биҫтәһенән «Мега» сауҙа үҙәгенә тиклем көнөнә 25 меңгә тиклем пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Көндәрҙең һыуытыуын иҫәпкә алғанда, транспорт артыуы ваҡытлы . Ә ҡала һәм ҡала-ара башҡа маршруттарҙағы ҡатмарлыҡтарҙы чиновниктар бер нисә факторға бәйләй.
Шулай ҙа транспорт мәсьәләһе көнүҙәк ҡала. Әйтәйек, Инорс биҫтәһенән Йәшел Сауҡалыҡ, Сипайлово йүнәлешенә ҡарай ҡатмарлыҡтар бар.
Баш ҡала властары автобустарҙы арттырыуҙы тәүмаҡсаттарҙың береһе итеп ҡуйған. Йыл аҙағына тиклем 190 берәмек яңы йәмәғәт транспорты һатып алыу ҡаралған. Ҙур һәм урта класлы автобустарҙың бер өлөшө ҡала халҡын хеҙмәтләндерһә, ҡалғаны райондарға ебәреләсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина






