Был миҙгелдә Башҡортостандан 4 меңдән ашыу егет ҡораллы көстәр сафына алына. Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан 13 кешенән торған тәүге төркөм Ватанды һаҡлаусылар сафын тулыландырҙы.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыу алдынан егеттәр тейешле медицина тикшереүен үтеп, үҙҙәрен физик һәм рухи яҡтан ныҡлы әҙерләгән. Уларҙың барыһы ла әрмегә барыуҙы-ир егеттең изге бурысы, тип һанай.
Ҡулға хәрби билет алыу - тулҡынландырғыс та, яуаплы ла мәл. Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға уларҙың ата -әсәләре, туғандары, яҡындары йыйылды. Улар буласаҡ ил һаҡсыларына изге теләктәрен юллап,фатихаларын бирҙе.
Хәрби хеҙмәт итеү ваҡыты - 12 ай. Был осорҙа егеттәр етди һынау үтеп, сынығып ҡайта. 2023 йылдың декабрь уртаһына тиклем дауам итәсәк көҙгө саҡырылышта Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариатынан 135-кә яҡын егет хәрби хеҙмәт үтеү урындарына оҙатыласаҡ.
Альбина Байегетова






