Өфөнөң Археология һәм этнография музейы бинаһы Рәсәй Үҙәк банкы сығарған яңы мең һумлыҡ купюрала һүрәтләнгән. Финанс ойошма бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-лә номиналы мең һәм 5 мең һумлыҡ яңыртылған купюраларҙы тәҡдим итте.
Сара Рәсәй банкының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә транслацияланды. Яңы купюраларҙа һаҡлыҡ элементтары арттырылған. Төҫтәр палитраһы һаҡлана, ә банкноталарҙағы һүрәттәр эксперттар һайлап алған символдарҙы сағылдыра. Мең һумлыҡ аҡса Түбәнге Новгород менән Волга буйы федераль округына арналған. Уның йөҙлөгөндә Түбәнге Новгород Кремленең Николь башняһы, икенсе яғында Ҡазандағы Татар халҡы дәүләтселеге һәм Татарстан Республикаһы тарихы музейы, Ҡазан Кремлендәге Сөйөмбикә манараһы һәм Өфөләге Археология һәмм этнография музейы төшөрөлгән.






