Бөгөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғалимдың 70 йәшлек юбилейына арналған ултырыш үтте. Миңлеғәли Нәҙерғолов Риза Фәхретдинов, Абдулҡадир Инан, Ғәли Соҡорой һәм башҡа бик күп шәхестәрҙең ижадын өйрәнә. Күптәр уны башҡорт әҙәбиәте йылъяҙмасыһы тип атай. Миңлеғәли Хөсәйен улының хеҙмәттәре беҙгә үткән быуаттарҙа йәшәгән шағирҙарҙың эске донъяһын аса.
“Әҙәби ижадты тикшереү һәм баһалау, әҙәби әҫәрҙәрҙе оҫта итеп тәнҡитләү яуаплы эш”, ти Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.







