Һуңғы биш йылда Башҡортостанда сәнәғәт етештереү индексы, 13 ярым проценттан ашыуға артҡан

2023 йылдың авгусына, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда яҡынса 109 процент кимәлендә үҫеш теркәлгән. Статистика күрһәткестәре менән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште. Республика өсөнсө йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында өс алдынғы төбәк исемлегендә. Был беҙҙең сәнәғәт партнерҙарының юғары күрһәткестәренә бәйле. Уңышта унда Ростех корпорацияһына ингән предприятиеларҙың өлөшө ҙур тип яҙған Радий Хәбиров.

Сәнәғәттә әле кадрҙар мәсьәләһе көнүҙәк. Үҫеш өсөн юғары квалификациялы белгестәр талап ителә. Мәсәьәлә буйынса Ростех дәүләт корпорацияһы авиация кластерҙарының индустрия директоры Анатолий Сердюков менән фекер алыштыҡ. Кәңәшмәлә беҙҙең флагман -Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә бәйле һорауҙар ҡаралды. 2025 йылда предприятие 100 йыллығын билдәләй. Әле үк был ваҡиғаға әҙерлек башланды тип билдәләгән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ