Ул төбәктә еңел сәнәғәт өлкәһендә яңылыҡтар презентацияһы, ғәмәлдәге эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм һөҙөмтәле сауҙа бәйләнештәрен булдырыу өсөн универсаль майҙансыҡ булып хеҙмәт итә. Күргәҙмәлә Рәсәй һәм сит ил предприятиелары, шул иҫәптән быйыл яҙ Өфөлә асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория ла ҡатнаша. Туҡымаларҙың сифатын тикшереүсе үҙәк эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.
Утта янмай, тимәк ышаныслы материал. Еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория хеҙмәткәре туҡымаларҙың сифатын тикшерә. Мәҫәлән, янғын һүндереүселәрҙең махсус кейеме. Был һөнәр эйәләре йыш ҡына үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып ут эсенә инергә мәжбүр. Ә бит бындай ваҡытта һаҡланыу сараларының сифатлы булыуы мөһим. Тәбиғи шарттарҙа һынатмаһын өсөн материалды алдан тикшертеү мотлаҡ. Тап шуның өсөн дә Өфөлә еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория эш башланы.
Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереүгә етди иғтибар бирелә, дәүләт программалары ҡабул ителә, субсидия бүленә. Тармаҡ үҫеше етештереүселәр өсөн өҫтәмә шарттар тыуҙырыуҙы ла талап итә. Әлегә тиклем предприятиелар сеймал сифатын тикшереү өсөн сит ҡалаларға йөрөһә, хәҙер лаборатория Өфөлә урынлашҡан. Был бигерәк тә балалар кейеме тураһында һүҙ барғанда мөһим.
Еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса Өфөләге лаборатория Волга буйы федераль округында тәүгеһе. Уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 80 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бөгөн лаборатория аккредитицияға әҙерләнә. Шуға ла етештереүселәр әлегә сертификация алмайынса, тауарҙарын тикшертә генә ала.
Лаборатория контроле мөмкинлегенең булмауынан файҙаланып, ҡайһы бер етештереүселәр сифатһыҙ, хатта хәүефле сеймал ҡуллана. Был конкуренцияға сыҙамаған намыҫлы ватан етештереүселәрен баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыуға килтерә. Шуға ла еңел сәнәғәт продукцияһын урында уҡ тикшереү күп кенә проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итә.
Илдар Байбулатов






