Нуриман районында Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары мәктәп уҡыусылары менән берлектә ағастар ултыртты. Экологик акция сиктәрендә Байгилде ауылы эргәһендә 100-ҙән ашыу ҡарағайҙани аллея үҫеп сыҡты. Ағастар фәнни маҡсаттарҙа - ҡарағайҙарҙың углеродты эшкәртеүен өйрәнеү өсөн дә үҫтереләсәк.
Тирә-яҡты йәшелләндереүҙең һулар һауаны яҡшыртыу өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Белгестәр әйтеүенсә, бер гектар майҙандағы ҡарағайҙар йылына 2 тоннанан ашыу углекислоталы газды эшкәртеп, һауаны таҙарта. Нуриман районында фәнни проект «Приоритет 2030» программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.






