Башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғоловҡа 70 йәш тулды

Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала юбилярҙың ғилми эшмәкәрлегенә байҡау яһалды, олуғ ғалимға тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән яҙмала.

Миңлеғәле Нәҙерғолов әҙәби тәнҡит, археография, текстология кеүек йүнәлештәрҙә уңышлы эшләгән әҙәбиәтсе ғалим. Ул 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән өс тиҫтәгә яҡын монография, мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбаптары авторы ла. Ғалимдың асыштары донъя кимәлендә танылыу яулай.

Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты советының киңәйтелгән ултырышы бөгөн Миңлеғәле Хөсәйен улының ғилми эшмәкәрлегенә арналды. Иңгә-иң терәп эшләгән хеҙмәттәштәре ғалимдың Башҡортостан фәнендә тотҡан урынын юғары баһаланы.

Әҙәбиәт ғилемен өйрәнеүҙә фондтарҙа һаҡланған ҡулъяҙмаларҙың әһәмиәте ҙур. Ошоно иҫәпкә алып, ваҡытында ғалим артефакт әйберҙәр артынан экспедицияларға ла йыш юлланған.

Миңлеғәле Нәҙерғолов шулай уҡ әҙәбиәт ғилемен уҡытыу өлкәһенә лә тос өлөш индергән шәхес. Уның авторлығында сыҡҡан китаптар буйынса студенттар бөгөн дә белем эстәй.

Миңлеғәле Нәҙерғоловтың тормош юлы һәм эшмәкәрлеге әҙәбиәт өлкәһен һайлаған йәш ғалимдарға ла өлгө. Күркәм йәшен тултырған ғалим башҡорт әҙәбиәте ғилеменең киләсәге өмөтлө булыуын теләй.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ