Өфөлә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең ГТО нормаларын тапшырыу буйынса фестивале үтте

Сара Республика көнөнә һәм Спорт министрлығының 100 йыллығына арнала. Фестивалдә 49 ҡала райондан вәкилдәр ҡатнаша, бөтәһе 600-ҙән ашыу кеше. Уларҙың йәше 25-тән 59-ға тиклем. Ярыш тиҫтәгә яҡын спорт төрөн үҙ эсенә ала, фестивалдә гер күтәреү, йүгереү, атыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҙеңдең көсөңдө, таһыллығыңды һынап ҡарарға мөмкин. Еңеүсе команда Рәсәй кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, сәләмәт тәндә-сәләмәт рух, бындай спорт ярыштарын даими ойоштороу мотлаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ