Быйылғы уңыштан 336 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән. 49 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерелгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ике завод реконструкциянан һуң күпкә һөҙөмтәле эшләй, бер йылда 1 миллион 600 мең тонна сеймал эшкәртеү мөмкинлеге бар. Киләсәктә сөгөлдөр баҫыуҙарын киңәйтеү планлаштырыла. Быйыл татлы тамыр 48 мең гектарҙа сәселгән, бөгөнгә 1 миллион 300 мең тоннаға яҡын уңыш алынған. Башҡоростанда Раевка һәм Шишмәлә шәкәр заводтары бар.





