Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың гражданлыҡ институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин комитеты тәүге ултырышын үткәрҙе. Комитет ағзаларына депутат таныҡлығы тапшырылды. Был комитеттың яңы составта тәүге осрашыуы. Һүҙ махсус хәрби операция яугирҙарын дәүләт органдарына сиратһыҙ ҡабул итеү, парламенттың киләһе пленар ултырышында ҡараласаҡ закон проекттары тураһында барҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһына парламент исеменән тәҡдим ителгән кандидаттар исемлеге раҫланды. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың сираттағы икенсе ултырышы 26 октябрҙә үтә.



