Маскировка селтәре үреүсе ирекмәндәр хәрәкәтенә эшсе ҡулдар талап ителә

Бер йыл эшләп килгән ойошма махсус хәрби операцияға биш мең селтәр әҙерләп ебәргән. Хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡулланылған селтәр үреүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.

Айгөл Мирхажеваның тормош иптәше хәҙер бер ҡасан да шылтыратмаясаҡ. Әммә уның махсус хәрби операциянан телефон аша әйткән һүҙҙәрен тол ҡатын васыят итеп һаҡлай. Өс бала әсәһе ваҡыты булғанда хәрбиҙәргә маскировка селтәре үрергә килә. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн, артабан йәшәү өсөн изге эштә йыуаныс таба.

Маскировкалау селтәре йыйыусы «Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәтен Өфөлә былтыр Зилә Фәттәхова ойошторған. Бер йыл эсендә был хәрәкәткә ҡушылыусылар һаны артып республикала 70 урында асылған. Донъялағы иң ҡәҙерлеһе - кеше ғүмере. Әсәләр улдарын, ҡатындар тормош иптәштәрен, балалар аталарын яу яланынан ҡайтыуын көтөп алһа, беҙҙең эш 100 процентҡа үтәлгән, тигән фекерҙә ирекмәндәр хәрәкәтен тергеҙеүсе.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Кемдер ике- өс сәғәткә килә, кемдер көнө буйы - бер йыл эсендә махсус хәрби операцияға ирекмәндәр 5 мең селтәр оҙатҡан. Башҡа һәм өҫкә кейеү өсөн дә селтәрҙәр әҙерләнә. Селтәр төҫтәре миҙгел һайын үҙгәреп тора.

Мөғлүм булыуынса, квадракоптерҙар камераһы ҡулдан үрелгән селтәрҙе таба алмай, сөнки уларҙың береһе лә ҡабатланмай. Суфия Рәхмәтуллина хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшләп йөрөй, бында килеп өлгөргән тиклем ярҙам итергә лә ваҡыт таба.

Маскировка селтәрен әҙерләү өсөн ярҙамсы ҡулдар талап ителә. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылырға теләүселәр +7 (987) 581-47-24 телефон номерына шылтырата ала.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ