Күгәрсен районында армияға барырға теләмәгән егеткә 80 мең һум штраф һалынған

Район-ара суд ошондай ҡарар сығарған. 22 йәшлек егет 2021-се һәм 2022-се йылда мотлаҡ хәрби саҡырылышҡа бармай ҡалған. Повестка буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгән  граждандар водитель танытмаһы алыу йәки уны алмаштырыу, шулай уҡ машинаны автоинспекцияға иҫәпкә ҡуйыу хоҡуғынан мәхрүм ителә. Рәсәйҙә июлдә ошондай ҡанун көсөнә инде. Илдә Ҡораллы көстәргә көҙгө саҡырылыш дауам итә. Башҡортостандан 4 мең егетте армия сафына алыу ҡарала.

Фото №1 - Күгәрсен районында армияға барырға теләмәгән егеткә 80 мең һум штраф һалынған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ