Башҡортостан ғаиләһе Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Илдең баш ҡалаһында “Йыл ғаиләһе” ярышында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Тәбрикләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылынан Әхмәровтар бар. Ғаилә башлығы Рөстәм Рәсүл улы урындағы мәҙәниәт йорто етәксеһе, уның ҡатыны Анна Сергеевна музыка мәктәбендә уҡыта. “Йыл ғаиләһе” конкурсының федераль этабында 400-гә яҡын ғаилә ҡатнашҡан. Уларҙың 80-дән ашыуы биш номинация буйынса бүләкләнгән.  

Фото №1 - Башҡортостан ғаиләһе Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ