Стәрлебаш районында африка тағуны асыҡланды

Быға бәйле, сир табылған урындан утыҙ саҡрым биләмә 30 көнгә тиклем карантинға ябыла. Предприятие менән бергә, шәхси хужалыҡтарҙа аҫралған бар сусҡалар ҙа яҡын арала юҡ ителәсәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сценарий буйынса алып барылған команда - штаб уҡыуҙары ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп ойошторолдо. Сара үтәсәге лә Стәрлебаш районына ике-өс көн алдан хәбәр ителә. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы ветеринар идаралыҡ талап ителгән бар эштәрҙе ваҡытында һәм теүәл башҡарып сыҡты.

Стәрлебаш районындағы күнекмә республиканың 12 район вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Улар сараға махсус саҡырылған. Мәғлүм булыуынса, африка тағуны теркәлгән осраҡта 30 саҡрымдай биләмә карантинға ябылыуы ихтимал. Сир таралмаһын өсөн урында сусҡалар юҡ ителә. Африка тағуны ниндәй эҙемтәләргә килтерелеүе эҙмә-эҙлекле күрһәтелде.

Мәғлүм булыуынса, африка тағуны бөгөн Рәсәйҙең 33 төбәгендә теркәлгән дә инде. Команда-штаб уҡыуҙары илдең төрлө төбәктәрендә уҙғарылған. Стәрлебаш районындағы сарала күрше Ырымбур һәм Татарстан вәкилдәре ҡатнашты.

Күнекмә барышында Башҡортостандың ветеринария идаралығы төбәктәге урман кейектәренә иғтибарлы булырға саҡырҙы. Көҙ етеүгә бәйле, ҡабандарҙың 100 саҡрымға тиклем юл үтеүе ихтимал. Шунлыҡтан, сирҙең үтеп инеүе ихтимал. Ошондай уҡ профилактик сара йыл аҙағына тиклем ойошторолор тип көтөлә. Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған тип бушҡа әйтмәйҙәр. Бындай күнекмәләр белгестәргә республика төбәктәрендә мал сирләүгә бәйле күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау мөмкинлеге бирә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ