Башҡортостан депутаттары номеры булмаған машина хужалары һәм номерҙы йәшереп йөрөүселәр өсөн язаны ҡәтғиләштерергә тәҡдим итә. Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән, ул Дума ҡарауына тәҡдим ителә. Әле 5 мең һумлыҡ штраф һәм водитель танытмаһын 3 айға тиклем тартып алыу ҡаралған. Башҡортостан штраф суммаһын 15 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Шулай уҡ алты айҙан бер йылғаса машина йөрөтөүҙән ситләтеү башланғысы күтәрелә. - Айырыуса йөк ташыусы машина номерҙарын йәшерергә тырышыусылар байтаҡ, - тип белдерә проект авторҙары.







