Өфөлә Затон биҫтәһендә яңы мәктәп йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыла

Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин шул турала белдерҙе. 1 мең 225 урынлыҡ мәктәп концессион килешеүгә ярашлы төҙөлә. Аҡсаның бер өлөшөн инвестор бүлгән. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем Белорет ҡалаһында 8-се мәктәпте төҙөкләндереү тамамлана. 2025 йылда Өфөлә республикалағы иң ҙур мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Кузнецов Затонындағы белем биреү ойошмаһы 2 мең 200-ҙән ашыу урынға иҫәпләнә.

Фото №1 - Өфөлә Затон биҫтәһендә яңы мәктәп йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ