Башҡортостанда йәмәғәт тәртибен һаҡлау пункттарын тергеҙеү тәҡдим ителә

Бының өсөн республика ҡаҙнаһына аҡса бүлеү ҡарала. Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы  шундай  башланғыс  менән сыҡты. -  Совет йылдарында тәртип һаҡсылары һәм халыҡ өсөн милицияның терәк пункттары булған.  Уларҙа  ирекле  дружиналар урынлашҡан, етәкселәр әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашҡан. Бындай эшмәкәрлек енәйәтселекте кәметеү мөмкинлеге биргән. Хәҙер ҙә ошондай пункттар кәрәк, - ти башланғыс авторҙары. Республика парламентының Хәүефлек буйынса комитеты рәйесе  Фәрит Ғүмеров белдереүенсә, тәҡдим ныҡлап өйрәнеләсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда йәмәғәт тәртибен һаҡлау пункттарын тергеҙеү тәҡдим ителә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ