Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау тупларға ярҙам итә

Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәтә. Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау тупларға ярҙам итә. Мөрсәлим мәктәбе коллективы балаклавалар тегә, окоп шәмдәре эшләй. Ә Башҡорт Илсекәйе ауылының гүзәл заттары һалма ҡырҡа, аҙыҡ-түлек туплай. Ирекмәндәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Һалма йәйеп, ҡырҡып киптергәндән һуң, контейнерҙарға тултырып гуманитар ылау йыйыла. Быға тиклем оҫта ҡуллы хужабикәләр 35 килограмм туҡмас ҡырҡып, алғы һыҙыҡҡа ебәргән. Эш әле лә туҡтамай. Башҡорт Илсекәйе ауылында йәшәүселәр күмәкләп гуманитар ылау йыя. Берәүҙәр консерва, тоҙланған һәм татлы ризыҡтар алып килһә, икенселәре - ойоҡбаштар бәйләй.

Технология уҡытыусыһы бер балаклаваны 10 минут эсендә тегә. Был математика фәненән мәсьәлә түгел, ә ысынбарлыҡтағы күренеш. Мөрсәлим мәктәбе уҡытыусылары көн дә дәрестән һуң ҡалып балаклавалар тегә, окоп шәмдәрен эшләй.

Ошо арала ебәреләсәк гуманитар ылауға мәктәп коллективы 30 окоп шәме һәм 50 балаклава әҙерләгән.

Музейҙа Мөрсәлим ауылының батыр улы Мәҡсүт Халджанов тураһында ла мәғлүмәт бар. Уҡыусылар өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып торған яугир үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға юллана. Алыштарҙың береһендә Мәҡсүттең ғүмере өҙөлә. Үлгәндән һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән яугирҙың әсәһенә урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар һәм хакимиәт төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Атап әйткәндә, төҙөлөш материалдары һатып алына, өйҙөң ҡыйығы алмаштырыла, тимуровсылар командаһы утындарҙы өйгән.

Фирүзә ханым да хәленән килгәнсе яугирҙарға ярҙам итә, гуманитар йөк туплауҙа ҡатанаша. Еңеүҙе тик берҙәм көс менән генә яуларға мөмкин, тигән фекерҙә ул.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ