Райондың ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары һәм ирекмәндәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә маскировка селтәрҙәре үргән. Бының өсөн улар күрше районға оҫталыҡ дәрестәренә лә барған. 4 көн эсендә ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы менән блиндаждар һәм техниканы йәшереү өсөн дөйөм оҙонлоғо өсөн 23 метрлыҡ 4 селтәр әҙерләнгән. Эште ваҡытында тамамлау өсөн станок артында бер юлы 5-6 кеше эшләгән.
Әйткәндәй, ирекмәндәр селтәр үреү өсөн ике станок ҡорорға ярҙам иткән. «Газель» йөк машинаһына посылкалар ҙа тейәлгән. Ирекмәндәр, эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ яугирҙарға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн әйберҙәр, йылы кейем, походтар өсөн газ горелкалары, май шәмдәр, шәхси гигиена әйберҙәре, исемле посылкалар, инструменттар, автомобилдәр өсөн запас шиналар тапшырған. Гуманитар ярҙам муниципалитет башлығы оҙатыуында барып етәсәк.






