Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, М-7 «Волга» трассаһының 1192-се километрынан 1205-се километрына тиклемге 13 саҡрым оҙонлоҡтағы юлды ремонтлау ваҡытынан алда тамамланған. Был участка Илеш районы үҙәге - Үрге Йәркәй ауылы аша үтә.
Арауыҡта тулыһынса юл ҡатламы алыштырылған. 10 километрҙан ашыу арала юл сите ҡоролмалары төҙөкләндерелгән. Юл билдәләре, йәйәүлеләр сыға торған урында тауыштан һаҡлау һыҙаттары эшләнгән, 316 юл билдәһе ҡуйылған. «Төп иғтибар юл хәүефһеҙлегенә бүленде. Юл-транспорт осраҡтарын кәметеү өсөн ауыш урындарҙа һыҙаттар арттырылды. 6 километр юл яҡтыртылды.
Үрге Йәркәй аша үткән магистралдә йәйәүлеләр өсөн тротуар яңыртылды. Федераль юл муниципаль трассаны киҫкән урында светофор ҡуйылды. Республиканың «Росавтодор» менән тығыҙ партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырылған һәм уның етәкселегенә беҙгә федераль юлдарҙы үҫтереүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтлемен. Пландар һәм берлектәге проекттарыбыҙ күп» тип яҙған төбәк етәксеһе.



