Төбәктә балаларҙың йәйге лагерҙарын яңыртыуға федераль ҡаҙнанан 123 миллион һум аҡса йәлеп ителгән

Төбәктә балаларҙың йәйге лагерҙарын яңыртыуға федераль ҡаҙнанан 123 миллион һум аҡса йәлеп ителгән

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты. Өфө, Стәрлебаш, Шишмә һәм Илеш райондарында тиҙ йыйылған 6 модуль ҡуйылды. Тиҙҙән улар тағы ла 9-ға арта. Лагерҙарҙы яңыртыуға республика ла, муниципаль берәмектәр ҙә көс һала. Киләһе ике йылда яңы корпустар төҙөлөшө һәм 4 лагерҙы капиталь төҙөкләндереү көтә, тип билдәләгән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ