Киләһе йыл Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» форумы үтә

Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Пермдә - быйыл ошо сараны ҡабул иткән ҡалала белдерҙе. Шулай уҡ дәүләт башлығы Рәсәй төбәктәре һәм сит ил вәкилдәрен Өфөгә 2024 йылда билдәләнәсәк Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына саҡырҙы.

Владимир Путин спорт инфраструктураһын үҫтереү һәм йыһазландырыу мәсьәләләренә арналған совет ултырышын да үткәрҙе. Осрашыуҙа ике ҙур мәсьәлә тикшерелде. Уларҙың береһе юғары спорт ҡаҙаныштары һәм күләмле физик культура, икенсеһе - спорт өсөн ҡорамалдар һәм экипировка етештереү. Ипмортты алмаштырыу шарттарында хәҙер спорт ҡорамалдарын етештереү буйынса бер нисә кластер булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ