Өфө йәмәғәт транспортын өр-яңы троллейбустар тулыландырҙы

Ҡала халҡына уңайлы шарттар. Өфө йәмәғәт транспортын өр-яңы троллейбустар тулыландырҙы. Электротранспорт Минск автозаводы ҡатнашлығында Өфө трамвай-троллейбус заводында йыйылған. 15 берәмек техника республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ҡала хакимиәтенә тапшырылған.

Башҡортостан менән Белоруссия хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

30 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһендә Миңнисур Ғәниеваға төрлө транспорт менән идара итергә тура килә. Иҫке, боҙолорға ғына торған троллейбустар хәҙер юҡ, тип һөйөнә ханым. Заман менән бергә йәмәғәт транспорты ла үҙгәрә, Өфөлә йыйылған яңы троллейбус өҫтөнлөктәре тураһында ул рейсҡа сығыусы водителдәрҙе таныштыра.

13-сө маршрут буйынса йөрөүсе яңы троллейбустар сағыу биҙәлеше менән дә айырылып тора. Транспорт йәшел төҫтә, орнаменттар менән биҙәлгән, тәҙрә аша ҡала халҡын һыуһар сәләмләй. Уның уңайлығын ҡала халҡы ла баһалап өлгөргән.

Троллейбустар республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә йыйылған. 90 пассажир һыйҙырышлы салон 33 урынға иҫәпләнгән. Транспорт 4 аккумуляторлы батарея менән йыһазландырылған, линияла ут өҙөлгән осраҡта, ул 20 саҡрымға тиклем юл үтә ала.

Был троллейбустар 13-сө маршрут буйынса йөрөйәсәк, сөнки тап ошо йүнәлештә пассажирҙар ағымы көслө. Троллейбус физик мөмкинлектәре сикле пассажирҙар өсөн дә ҡулайлаштырылған. Водителдәр өсөн дә уңайлы - транспорт менән идара итеүе еңел.

Дамир Нурыев, Өфө ҡала транспорт инфраструктураһы муниципаль идаралығының баш инженеры

Әле Белореченский микрорайонынан Дан бульварына тиклем маршрутҡа ике яңы трамвай сығарылған. Йыл аҙағына тиклем ошондай уңайлыҡтар менән 15 троллейбус файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ