XXI быуат фольклоры һәм фольклористикаһының көнүҙәк йүнәлештәре һәм фәнни тикшереү мөмкинлектәре бөгөн Өфөлә үткән ғилми-ғәмәли конференцияла тикшерелде. Ҡыҙыҡлы докладтар, халыҡ эпостарынан өҙөктәр сарала ҡатнашыусыларҙы халыҡ ижадына алып ҡайтты. Бөгөнгө менән киләсәген күҙ алдына баҫтырған осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.
Ғилми-ғәмәли конференцияның тап халыҡ йырынан башланыуы осраҡлы түгел. Быуаттар төпкөлөнән килгән композиция шулай уҡ башҡорт фольклорының айырылғыһыҙ өлөшө һанала. Заманында телдән-телгә күсеп, белгестәр тарафынан өйрәнелгән әҫәр бөгөн йәштәр тарафынан да яратып башҡарыла.
Халыҡ ынйыларын халыҡҡа. Ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары мәңгелек төшөнсә, уларҙы фәнни күҙлектән баһалау бөгөнгө ғалимдарҙың изге бурысы.
Конференция башҡорт фольклорын ғына түгел, тотош төрки донъя халыҡтары ижадын күҙ алдына баҫтырҙы. Этник мәсьәләләр, ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеү, милли орнаменттар семантикаһы кеүек төрлө яҡлы докладтар яңғыраны. Өфөлә уҡыған ҡырғыҙ халҡы вәкиле «Манас» героик эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе.
Ошо маҡсатта бөгөн ҡайһы бер республика төбәктәрендә сәсәнлек мәктәбе лә булдырыла.
Ошо рәүешле халыҡ ижады нескәлектәре үҫеп килеүсе быуынға тапшырыла. Фольклористика ғилеме үҫешенә йоғонто яһай. Бөгөнгө конференция фекер алышыу һәм резолюция ҡабул итеү менән тамамланды.
Азат Ғәлиуллин






