Ҡалала һәм ауылда ҡатнашыусылар айырым баһалана. Мотивация яҡшы, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров. Республика конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары номинацияға ҡарап 75 меңдән 750 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ.
Былтыр 44 муниципалитеттан 207 ғариза килгән. Еңеүселәр аҡсаны төрлөсә файҙаланған. Берәүҙәр фасад йылытҡан, икенселәре подъезда тәҙрә- ишектәрен алмаштырған, өсөнсөләре йылытыу системаһын үҙгәрткән. Был конкурстың маҡсаты - кешеләр үҙҙәре төҙөкләндереү буйынса инициатива күрһәтһен, күп фатирлы йорттарҙың торлаҡ фондын тотоуҙа әүҙем ҡатнашһын. Ғаризаларҙы Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 31 октябргә тиклем ҡабул итә, тип яҙған төбәк етәксеһе.



