Өфөлә Мостай Кәрим менән Рәсүл Ғамзатовтың дуҫлығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Мостай Кәрим менән Рәсүл Ғамзатовтың дуҫлығына арналған түңәрәк өҫтәл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапханаһында үтте. Улар күптән инде ике республика ғорурлығына, уның мәҙәни маяғына, әҙәбиәттә тотош дәүерҙе билдәләгән шәхескә әйләнгән. Сарала ҡатнашыусылар күренекле әҙиптәрҙең тормош һәм ижад юлын барлап, әҫәрҙәренән өҙөк һөйләне. Тәрән фәлсәфә менән һуғарылған шиғырҙары бөгөн дә халыҡта йәшәй.

Ике әҙиптең дә рухы йәшәй. Китаптары ла әлегәсә нәшер ителә. Яҡын арала Өфөлә Рәсүл Ғамзатов, ә Махачкала ҡалаһында Мостай Кәрим урамдары барлыҡҡа киләсәк. Был ике дуҫ, ике республика араһында йылы мөнәсәбәт киләсәктә лә һаҡланасаҡ тигән һүҙ.

Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы, М. Кәрим исемендәге фонд етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ