Тиҙерәк тулы тормошҡа ҡайтырға. Быйыл ноябрҙә Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»на ярыштар үтә. Унда Волга буйы һәм Урал федераль округтарының махсус хәрби операция ветерандары ҡатнаша.
Был турала Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында белдерелде. Пермдәге кәңәшмәне Владимир Путин алып барҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, яраланып ҡайҡан ир-егеттәрҙең күбеһе үҙ-үҙенә бикләнә. Шул уҡ ваҡытта бөйөк спортсылар миҫалдарынан күренеүенсә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, спортта һәм тормошта етди үрҙәргә өлгәшергә мөмкин. Өфөләге турнир хәрби хәрәкәттәрҙә яраланған яугирҙарҙы тулы тормошҡа ҡайтарырға этәргес бирәсәк, тине Башҡортостан Башлығы.



