Парламент ултырышына биш тиҫтәгә яҡын закон проекты сығарыла. Ике ҡануни документ Башҡортостан менән Удмурт республикаһы, Иглин районы ауылдары араһында сиктәрҙе билдәләүгә ҡағыла.
Шулай уҡ ветеринария пункттарында һатылған тауарҙарҙы сертификатлау, алкоголдең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәк буйынса закон проекттары тәҡдим ителә. Атап әйткәндә, һүҙ аҙ алкоголле эсемлектәрҙе мотлаҡ маркировкалау тураһында бара.
Депутаттар алдында Башҡортостан буйынса монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе отчет доклады менән сығыш яһай. Ул йыл дауамында башҡарылған эштәрҙе барлаясаҡ, депуттарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Республика Йәмәғәт палатаһына Парламент тарафынан тәҡдим ителгән кандидатар өсөн тауыш бирәсәк. Пленар ултырыш 26 октябргә билдәләнгән.



