Илдең төрлө төбәктәре һәм сит ил компаниялары ҡатнашҡан сара 25- 26 октябрҙә Башҡортостан күргәҙмә үҙәгендә ойошторола. Форум үҙенсәлектәре хаҡында һүҙ бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында барҙы.
Һуңғы йылдарҙа Республикала еңел сәнәғәт тармағын үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Теген ҡоролмалары, сеймал алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө дәүләт тарафынан ҡаплана. Өфөлә туҡымаларҙың сифатын тикшереү буйынса лаборатория эшләй башланы. Төрлө яҡлы эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә, әлеге ваҡытта республикала бер нисә ҡеүәтле предприятие аяҡҡа баҫып килә. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған еңел сәнәғәт форумы ла был йәһәттән тос өлөш индерә.
Быйыл уның эшендә 80-дән ашыу компания үҙ экспозицияларын тәҡдим итә, Беларусь республикаһы, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнаша. Бөтәһе 10 тематик өҫтәл ҡаралған, сифат, дизайн буйынса һөйләшеүҙәр көтөлә. Форумда еңел сәнәғәттең бөгөнгөһө һәм киләсәге, үҫеш юлдары хаҡында һүҙ барасаҡ. Бөтәһе 10 тематик өҫтәл ҡаралған.






